12:23 (UTC+5), 28 Октября 2009

Техинспекторҙар техниканы тикшереүгә әҙерләнә

Башҡортостанда уҙғарылған тармаҡ семинар-кәңәшмәләре ауыл хужалығы техникаһын һаҡсыл файҙаланыу һәм ремонтлауҙы ойоштороу, тракторсы-машинистар әҙерләү сифаты мәсьәләләренә арналды. Кисә ошондай уҡытыу Асҡын, Балтас, Балаҡатай, Бөрө, Благовещен, Борай, Дыуан, Иглин, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Краснокама, Мәсетле, Мишкә, Нуриман, Салауат, Тәтешле һәм Яңауыл райондарының Дәүләт техник күҙәтеү инспекциялары начальниктары ҡатнашлығында Мишкә районында үтте.
Дәүләт техник күҙәтеүе инженер-инспекторҙары алдына түбәндәге бурыстар ҡуйылды: ауыл хужалығы техникаһын ҡышҡы оҙайлы һаҡлауға ҡуйыуға әҙерләгәндә дәүләт стандарты талаптарын күҙәтеүҙе, тракторҙар, комбайндар һәм ауыл хужалығы машиналарын сифатлы итеп ремонтлауҙы тәьмин итеү. Шулай уҡ семинарҙа ҡатнашыусыларҙы “Машиналар ихатаһы” операцияһының икенсе этабын үткәреү барышы менән дә таныштырҙылар.
150-се профессиональ училищела йыйылыусыларға техниканы нисек дөрөҫ әҙерләргә кәрәклеген күрһәттеләр. Уларҙың иғтибары тракторсы-машинистар әҙерләү сифатына ла йүнәлтелде. Бигерәк тә трактор йөрөтөү буйынса занятиеларҙы ойоштороуға. Семинар-кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға уның элементтарын трактородромда күрһәттеләр. Бынан тыш, инспекциялар начальниктары юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен, тракторҙарҙың һәм эске яныу двигателдәренең ҡоролошон өйрәнеү буйынса кластарға, машиналарҙы ҡышҡы осорға ҡуйыу урындарына барҙы.
Шулай уҡ семинарҙа ҡатнашыусылар “Зенит” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә лә булды. Предприятиеның ремонт оҫтаханаһында улар техниканы ремонтлау сифатын тикшереү ысулдары һәм алымдары менән танышты.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика