10:23 (UTC+5), 27 Октябрь 2009

Баш ҡалала “Ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы – 2009” күргәҙмәһе бара

Любовь Колоколова
Өфөнөң Нефтселәр мәҙәниәт һарайында бөгөн “Ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы – 2009” махсуслаштырылған күргәҙмәһе асылды. Уның сиктәрендә икенсе тапҡыр “Таҙалыҡ индустрияһы” һәм “Вендинг индустрияһы” махсуслаштырылған күргәҙмәләре үткәреләсәк.
Экспофорумды БР-ҙың Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте, Башҡорт сауҙа ассоциацияһы, БР-ҙың кулинарҙар ассоциацияһы, Халыҡ-ара таҙалыҡ индустрияһы компаниялары ассоциацияһы (Мәскәү) ярҙамында Башҡорт күргәҙмәләр компанияһы ойошторҙо.
Күргәҙмәләрҙе асыу тантанаһында БР-ҙың Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ринат Зәйнуллин, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе Сергей Ефремов, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Марат Ғәлиуллин, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы депутаты Александр Дегтярев һәм башҡалар ҡатнашты.
Быйыл Рәсәйҙең төрлө төбәктәренең 45 компанияһы бизнесты уңышлы алып барыуға булышлыҡ иткән яңы технологиялар һәм мөмкинселектәр күрһәтә. Мәҫәлән, “Ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” күргәҙмәһендә республиканың һәм башҡа төбәктәрҙең алдынғы фирмалары – “Йәмәғәт туҡланыу йондоҙҙары” (Өфө), “Софт сервис” (Өфө), “Сауҙа проекты” (Өфө), “Сауҙа дизайны” (Силәбе), “Аҙыҡ технологиялары” компанияһы (Краснодар) – автоматлаштырылған идара итеү системалары, сауҙа ҡорамалдары тәҡдим итә. Йорт йыһаздарын,ҡунаҡхана һәм ресторандар өсөн һауыт-һабаны баш ҡаланың “Регион”, “Командор”, “УралУпакинжиниринг”, “Артеко” һәм Санкт-Петербургтан “Гранд-комфорт” фирмалары күрһәтә.
Ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы предприятиелары шулай уҡ ( ресторандар, санаторийҙар, беҙҙең республика ҡунаҡханалары) хеҙмәтләндереүҙәр комплекстарын тәҡдим итә. Стендтарҙа уларҙың эшмәкәрлеге тураһында тулы мәғлүмәт табырға була.
Ә бына алтынсы тапҡыр үткәреләсәк кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субьекттары араһында Кулинария һәм сервис буйынса төбәк-ара чемпионат күргәҙмәнең төп ваҡиғаһы буласаҡ. Быйыл унда 200-ҙән ашыу кеше ҡатнаша. Шулай уҡ санаторий һәм пансионаттар, ял итеү йорттары,ҡунаҡханалар, ресторандар, төнгө клубтар араһында ла “Ҡунаҡсыллыҡ индустрияһының алтын бренды “ төбәк-ара конкурсы планлаштырылған.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика