16:25 (UTC+5), 23 Октября 2009

Республика ҡышты ҡаршылауға әҙер

Марият Артюхова
Көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерлек график буйынса алып барыла. Бөгөн был хаҡта “Интерфакс” агентлығында БР торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Гемань Әсәҙуллин һөйләне.
Ведомство башлығы һүҙҙәре буйынса, республика Хөкүмәте ҡышҡа әҙерлекте 1 сентябргә тамамлауҙы бурыс итеп ҡуйған. Быйыл коммуналь тармаҡта әҙерлек эштәренә 1,7 миллиард һум тотонолған. Әгәр үткән йылдарҙа техника һатып алыу өсөн 10- 20 миллион һум бүленһә, быйыл федераль бюджет ярҙамы менән 332 миллион һум киткән. 284 миллион һумлыҡ 162 берәмек техника ҡайтарылған да инде.
Һуңғы йылдарҙа Торлаҡ-коммуналь хужалығын реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды буйынса ла байтаҡ эш күләме башҡарылған. Мәҫәлән, быйыл фонд программаһына ярашлы 537 торлаҡ йорт тәртипкә килтереләсәк.
Журналистарҙың министр менән әңгәмәһе ҡышҡа әҙерлек темаһы менән генә сикләнмәне. Матбуғат саралары вәкилдәрен ведомствоның башҡа өлкәләрендәге хәлдәр ҙә ҡыҙыҡһындырҙы. Мәҫәлән, республика халҡы торлаҡ йорттарҙа алып барылған ремонт тураһында ниндәй фекерҙә. БР торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Гемань Әсәҙуллин билдәләүенсә, халыҡ ,ниһайәт, өйҙә кем хужа икәнлеген аңлаған. Ремонт эштәренең сифатына ҡала халҡы һуңғы ваҡытта ныҡ иғтибар итә. Был иһә, үҙ сиратында, “ауырыу” урындарҙы асыҡларға ярҙам итә. Әлбиттә, бергәләшеп эшләгәс, һөҙөмтәләр яҡшы. Төбәктә ремонт буйынса ирешелгән уңыштар иғтибарһыҙ ҡалманы. Торлаҡ-коммуналь хужалығын реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды бонус рәүешендә өҫтәмә средстволар бүлергә ниәтләнә. Әлегә уның күләме лә, сроктары ла билдәле түгел. Шулай ҙа кисәге селектор кәңәшмәһендә Фондтың генераль директоры Константин Цицын әйтеп үтеүенсә, нимә эшләп аҡса бирмәҫкә.
Тағы ла мөһим һорауҙарҙың береһе – ян-яҡтан субсидиялау. 2011 йылға ул бөтөнләй тамамланырға тейеш.Республиканың ун районында һәм Күмертау ҡалаһында был эшләнгән дә инде. Коммуналь хеҙмәтләндереүҙәрҙең хаҡтары артыуын тарифтарҙы күтәреү тигәнде аңлатмай – халыҡ ошоно аңлаһын ине. Халыҡ өсөн тарифтарҙың ни бары өс процент ҡына тәшкил иткән совет замандарын оноторға ваҡыт. Бөгөн республикала йәшәүселәр хеҙмәтләндереүҙәр хаҡының 82 процентын ғына ҡаплай.
Матбуғат конференцияһында БР торлаҡ-коммуналь хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Дамир Акамов та ҡатнашты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика