19:13 (UTC+5), 22 Октября 2009

Журналистарҙан ижтимағи мөһим темаларҙы яҡтыртыуҙы көтәләр

Бөгөн “Башинформ” агентлығының конференциялар залында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ коллегияһының ултырышы үткәрелде. Ултырышта тармаҡтың быйыл туғыҙ айҙағы эш йомғаҡтары, Башҡортостан Президенты Мөрәжәғәтнамәһен, Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылы сараларын һәм 2009 йылдың дәүләт йөкләмәһенә ингән башҡа ижтимағи мөһим темаларҙы яҡтыртыу һәм башҡа мәсьәләләр тикшерелде.
Ултырышты БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы Эдуард Юлдашев алып барҙы. Коллегия эшендә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе Зөһрә Сәйетҡолова ҡатнашты. Төп доклад менән Идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Венера Хәкимова сығыш яһаны.
- Тармаҡ эше ҡатмарлы иҡтисади көрсөк шарттарында үтте. Әммә ведомстволағы бөтә предприятиелар ҙа төп йүнәлештәр буйынса үҙ эшмәкәрлеген зыянһыҙ алып барыуҙы тәьмин итә алды, - тип билдәләне Венера Хәкимова.
Эдуард Юлдашев бюджет аҡсаларын урынһыҙ файҙаланыуға юл ҡуймауға иғтибар йүнәлтте, әйткәндәй, был турала коллегияның уҙған ултырышында ла телгә алынғайны. Ул баҫмалар етәкселәренең был айҡанлы ниндәй саралар күреүҙәре менән ҡыҙыҡһынды.
- Финанс дисциплинаһы мотлаҡ күҙәтелергә тейеш, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Эдуард Викторович.
Икенсе мәсьәлә буйынса Идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Марина Эделева сығыш яһаны. Дәүләт ваҡытлы матбуғат баҫмалары Рәсәй Федерацияһында һәм Башҡортостан Республикаһында барған мөһим ижтимағи-сәйәси, иҡтисади һәм социаль процестар тураһында әүҙем мәғлүмәт бирә бара. Башҡортостан Президенты Мөрәжәғәтнамәһен, Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылы сараларын, башҡа ижтимағи мөһим темаларҙы яҡтыртыу буйынса конструктив эш алып барыла. Шул уҡ ваҡытта, Марина Эделева билдәләүенсә, дәүләт заданиеһын үтәү буйынса мөхәрририәттәр эшендә ҡайһы бер етешһеҙлектәр ҙә күҙәтелә. Мәҫәлән, маҡсатлы дәүләт программаларына ҡарата социаль мөһим темалар аҙыраҡ яҡтыртыла, “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” БР Законын тормошҡа ашырыуға етерлек иғтибар бирелмәй.
Зөһрә Сәйетҡолова үҙ сығышында электрон киң мәғлүмәт версияларына һәм ойошмалар сайттарына баҫым яһаны.
- Федераль кимәлдәге етәкселәр республика тормошо, беҙҙең хеҙмәттәрҙең һәм предприятиеларҙың эшмәкәрлеге тураһында, башлыса, интернет-сығанаҡтар буйынса фекер йөрөтә, - тине Зөһрә Фәрғәт ҡыҙы. – Беҙҙә бит төрлө өлкәләрҙә, мәҫәлән, аҙ ҡатлы торлаҡ, ауыл мәктәптәре төҙөлөшөндә, эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙә бай ыңғай тәжрибә тупланған. Улар хаҡында күберәк һәм сағыуыраҡ яҙырға, өҫтөнлөклө милли проекттар һәм маҡсатлы программалар арҡаһында үҙҙәренең мөһим проблемаларын хәл иткән тәғәйен ғаиләләр тормошо тураһында һөйләргә кәрәк.
Ултырыш республиканың киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренә Идаралыҡтың Хөрмәт грамоталарын тапшырыу тантанаһы менән тамамланды.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика