18:19 (UTC+5), 20 Октября 2009

Йорттары янып афәткә тарыусы ғаиләгә ярҙам итәсәктәр

Ольга Горюнова
БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев бөгөн Благовар районы хакимиәте башлығы Юрий Коземасловҡа йорттары янып киткән ғаилә өсөн торлаҡ мәсьәләһен кисекмәҫтән хәл итергә бойороҡ бирҙе.
Башҡортостандың Благовар районында алты балаһы менән ғаилә йәшәгән йорт шәмбе көнө янып китте. Йорттоң ҡыйығы, бөтә йорт йыһаздары тулыһынса янып юҡҡа сыҡты.
Былтыр БР Президенты Мортаза Рәхимов күп балалы әсә Александра Кобелеваға “Әсәлек даны” миҙалы тапшырғайны. “Эшһөйәр ғаилә, йортто үҙҙәре һалдылар, балаларын яҡшы тәрбиәләйҙәр, иң кесеһенә әле бер йәш тә юҡ”, - тиҙәр районда.
- Юрий Александрович, йә бөгөн үк яңы ҙур йорт табып уларҙы урынлаштырығыҙ, һатып алыу өсөн аҡсаһын беҙ табырбыҙ, йәки бөтә төҙөүселәрҙе туплап, йортто аяҡҡа баҫтырығыҙ. Һәр хәлдә яҡын арала улар йортло булырға тейеш, - тине Раил Сарбаев.
Телефон аша һөйләшкәндән һуң бер сәғәт үткәс, район хакимиәте башлығы йортто аяҡҡа баҫтырыу нисек барыуы тураһында хәбәр итте.
- 2-3 көндән йорт әҙер буласаҡ, - тип вәғәҙә итте ул.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика