Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
96.11
+0.04
105.69
+0.38
77.55
+0.37
16+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Октябрь 2009, 16:22
“Алтын көҙ-2009” күргәҙмәһе миҙалдарының яртыһы тиерлек – Башҡортостан аграрийҙарында
“Алтын көҙ-2009” Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһенең 1200 миҙалынан 459-ы – Башҡортостан ауыл хужалығы етештереүселәрендә. Бөгөн “Башинформ” агентлығында үткән матбуғат конференцияһында БР Ауыл хужалығы министрлығының аҙыҡ-түлек баҙарҙарын үҫтереү бүлеге начальнигы Валерий Белов билдәләүенсә, былтырғы күргәҙмә менән сағыштырғанда улар һан яғынан ғына түгел, сифат яғынан да күберәк яуланды: алтын миҙалдар 99-ға күберәк. Дөйөм алғанда, республика агросәнәғәте вәкилдәре Мәскәүҙән 351 алтын, 66 көмөш һәм 42 бронза миҙал килтерҙе. Бынан тыш, өҫтәмә рәүештә биш “Бөтә Рәсәй күргәҙмә үҙәге лауреаты” миҙалы һәм күкрәккә таға торған 38 “Һөнәре буйынса иң яҡшы” билдәһе тапшырылды. Күргәҙмә йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Хөкүмәте Гран-приға лайыҡ булды. Республика сикһеҙ ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған байтаҡ ҡаҙаныштар күрһәтте. Шул иҫәптән дәүләттең рәсми кешеләрендә лә. Мәҫәлән, РФ ауыл хужалығы министры Елена Скрынник «Забарив-Агро» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Благовар» тоҡомсолоҡ заводы етәкселәренә мал һәм ҡош-ҡорт үрсетеү буйынса бик күп һорауҙар бирҙе.
БР Ауыл хужалығы министрлығының Агросәнәғәт комплексы тармаҡтарында механикалаштырыу һәм электрлаштырыу бүлеге начальнигы Павел Иофинов уҙған күргәҙмә тураһында үҙ тәьҫораттарын журналистар менән уртаҡлашты. Республиканың ауыл хужалығы машина эшләүселәре бындай мәртәбәле форумда тәүге тапҡыр ҡатнашты. “Туймазы бетон ташыу автомобилдәре заводы” акционерҙар йәмғиәтенән ике культиватор һәм «НефАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенән «Челленджер-647» иген йыйыу комбайны халыҡ иғтибарына ҡуйылды. 12 ремонт предприятиеһы техниканы аяҡҡа баҫтырыу эшендә үҙ ҡаҙаныштарын күрһәтте. Шул иҫәптән “Башҡорт” МТС-ы ла.
Умартасыларыбыҙ ҙа агрокүргәҙмәнән саф “алтын” менән әйләнеп ҡайттылар. Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге дәүләт учреждениеһының генераль директоры Әмир Ишемғолов әйтеүенсә, үҙәк продукцияһы 119 номинацияла беренсе урындар яуланы. Һәм тағы ла 12 беренсе урын – фәнни эшкәртмәләр өлкәһендә. Яңылыҡтарҙан үҙәк донъяға һеркә өҫтәлгән сироптар күрһәтте.
Әйтергә кәрәк, беҙҙең стендтың уңышлы биҙәлеше лә күргәҙмәгә килеүселәрҙең һәм унда ҡатнашыусыларҙың иғтибарын йәлеп итте. Бының өсөн республика “Стенд менеджерҙарының әүҙем эше өсөн” махсус призын алды. Сибай филармонияһы артистары республикабыҙҙың милли колориты атмосфераһын тыуҙырҙы.
Дөйөм алғанда, “Алтын көҙ-2009” элеккеһенән бер нисә параметр буйынса айырылып торҙо. Һис шикһеҙ, унда ҡатнашыусылар составында көрсөк үҙен һиҙҙерҙе. Әгәр былтыр Рәсәйҙең 70-тән ашыу субъекты үҙ ҡаҙаныштарын күрһәтһә, быйыл иһә 54 кенә. Конкурстарҙа ҡатнашыу тәртибе лә үҙгәрҙе – быйылдан башлап уларҙа ҡатнашыу түләүлегә әйләнде.
Автор:
Марият Артюхова
Теги:
күргәҙмәләр
алтын көҙ
Читайте нас: