07:19 (UTC+5), 19 Октября 2009

Юл төҙөгәндә һәм ремонтлағанда яңы материалдар һәм технологиялар

Любовь Колоколова
«Башкиравтодор» дәүләт унитар предприятиеһы һөнәри байрамдары – уҙған йәкшәмбелә билдәләнгән Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан сираттағы мөһим объектты файҙаланыуға тапшырҙы. Был “Өфө - Ырымбур” автомобиль юлының Мәләүез ҡалаһын урап үтеүҙе тәьмин итеүсе участкаһы. Уның оҙонлоғо – 8,2 километр.
Юлдың был участкаһын сафҡа индереү менән автомобиль транспортының Мәләүез ҡалаһын урап үтеүе тәьмин ителде, был ҡалалағы экологик шарттарҙы һиҙелерлек яҡшыртасаҡ. Магистраль төҙөү ихтыяжы, нигеҙҙә, еңел һәм йөк ташыусы автомобилдәр ағымының артыуы сәбәпле килеп тыуҙы. Трассаны төҙөй башлағандан алып 323 миллион һумдан ашыу аҡса үҙләштерелде, шул иҫәптән быйыл – 172 миллиондан ашыу.
Юл һалыу эштәренең сифатын яҡшыртыу өсөн “Башкиравтодор” автомобиль юлдарындағы соҡор-саҡырҙы ремонтлағанда һыуыҡ асфальтбетон әҙерләү һәм һалыу буйынса “Матрекс” канада технологияһын үҙләштерҙе. Яңы юл-төҙөлөш материалы – полимерасфальтобетон да индерелде. Тәүге тапҡыр ул бер йыл элек Ташкисеү районында Ҡариҙел йылғаһы аша күперҙә һалынды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика