12:19 (UTC+5), 16 Октября 2009

“УралСиб” эшһеҙҙәргә ҡайтанан профессиональ әҙерлек үткәрә

Ольга Горюнова
“УралСиб” банкы эшһеҙ граждандар өсөн ҡайтанан профессиональ әҙерлек программаһын тамамлаусыларға дипломдар тапшырҙы. Улар “Коммерциялағы менеджмент” ҡайтанан профессиональ әҙерлек программаһы буйынса уҡыны.
Эшһеҙ граждандар өсөн уҡыу курсы бушлай, уға сығымдарҙы банк финанслай. Программа сиктәрендә уҡытыуҙы “УралСиб” төбәк уҡыу үҙәктәре уҡытыусылары менән берлектә “МИРБИС” Мәскәү халыҡ-ара бизнес юғары мәктәбе уҡытыусылары үткәрә.
- Программа тыңлаусылары юғары йәки урта махсус белемгә эйә, - ти банктың Өфө филиалы идарасыһы Леонид Ғафаров. – Уларҙың барыһы ла бөгөн эшһеҙ ҡалған, йәки уларҙы тәүҙә алған специальносы буйынса эш сиктәрендәге мөмкинлектәр мөрхәтһендермәй. Программа тыңлаусыларының күбеһе үҙ эшен асырға планлаштыра. Курс тамамлаусыларҙың ҡайтанан әҙерлек программаһы барышында алған белемдәре менән бергә әүҙем тормош позицияһы уларға эшмәкәрлектең яңы өлкәһендә уңышҡа өлгәшергә ярҙам итер, тип ышанабыҙ.
Банк шулай уҡ төбәктәрҙә мәшғүллек үҙәктәре менән хеҙмәттәшлек итеүен дауам итә. Бөгөн берлектәге проект сиктәрендә банк эшһеҙ граждандар өсөн тренингтар үткәрә һәм мәшғүллек үҙәктәрендә иҫәптә торған вуз тамамлаусылар өсөн стажировкалар ойоштора.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика