13:13 (UTC+5), 16 Октябрь 2009

Октябрьск ҡалаһының проблемалы предприятиелары буйынса ашығыс саралар күреләсәк

Ольга Горюнова
БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығының ситуация комиссияһы Октябрьск ҡалаһында уҙған күсмә ултырышында проблемалы предприятиеларҙың дөйөм иҡтисади хәлен тикшерҙе.
Кәңәшмәлә БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, уның урынбаҫары - БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры Юрий Пустовгаров, БР Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры Олег Клинский ҡатнашты.
Туғыҙ ай һөҙөмтәләре буйынса Октябрьск ҡалаһында сәнәғәт производствоһы индексы 101 процент тәшкил итеүенә ҡарамаҫтан, республика сәнәғәтендә эш хаҡы буйынса бурыстың 75 проценты ҡала предприятиелары өлөшөнә тейә. Ҡайһы бер предприятиелар финанс көрсөк ауырлығын күтәрә алманы, әммә төп сәбәп, беренсе сиратта, милекселәрҙең файҙаһыҙ менеджментында,- тип билдәләне Премьер-министр.
Мәҫәлән, “Октябрьск күн мануфактураһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт 15 ноябрҙә һатыуға сығарыласаҡ. Билдәләнгәнсә, сәбәбе – файҙаһыҙ менеджментта һәм, уның һөҙөмтәһе булараҡ, сеймал етешмәүҙә.
– Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов нисә мәртәбә беҙҙең күн сеймал базаһының бай булыуы хаҡында әйтә килде. Йыл һайын өс мең 600 тонна һыйыр малы һәм 900 тонна кәзә-һарыҡ күне сеймалы әҙерләнә. Ләкин был күләм тулыһынса республиканан ситкә оҙатыла. Әйтеүемсә, предприятие һатыуға сығарыласаҡ. Тимәк, инвесторҙарҙы йәлеп итеү мәсьәләһен дә хәл итергә кәрәк. – тип билдәләне Раил Сарбаев.
“Октябрьск фарфор заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең дә хәле бизнесты төплө нигеҙләүһеҙ төҙөгән күпселек милекселәрҙекенә хас. Предприятиела сит илдән килтерелгән заманса ҡорамалдар тора, ләкин улар тулы ҡеүәтенә файҙаланылмай. Кәңәшмәлә был предприятие тейешле ҡеүәттә эшләй башлаһын өсөн 10 миллион һум бүлергә ҡарар ителде.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика