17:27 (UTC+5), 15 Октября 2009

"Италбашкерамика" берлектәге предприятие буласаҡ

Ольга Горюнова
Бөгөн БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев Октябрьский ҡалаһының проблемалы предприятиеларының береһе – “Италбашкерамика” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды. Эш сәфәрендә Премьерҙы уның урынбаҫары, сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры Юрий Пустовгаров, ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры Олег Клинский оҙатып йөрөнө.
Предприятие 2003 йылдың майында эшләй башланы. Бында төрлө ҡаплаулы керамик плиткалар етештерелә. Стеналарҙы һәм иҙәндәрҙе эске йөҙләү өсөн тәүлегенә бында 3000 квадрат метр самаһы плитка сығарылған. Әммә, беренсе сиратта, төҙөлөш комплексы тармаҡтарында сағылған донъя финанс көрсөгө был предприятие эшенә үҙ төҙәтмәләрен индергән.
Бөгөнгө көндә предприятиеның эшмәкәрлеге туҡтатылған, ул бөтә кимәлдәрҙәге бюджеттар алдында байтаҡ бурысҡа батҡан. Хәйер, бында көрсөк кенә ғәйепле түгел - “Италбашкерамика” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте асылған көндән алып квалификацияһыҙ менеджмент һәм сит илдән килгән ҡорамалдарҙы һайлағанда ебәрелгән технологик хаталар арҡаһында тотороҡло эшләү режимына сыға алманы.
Уҙған йылдың ноябрендә “Италбашкерамика” бөлгән (банкрот) йәмғиәт тип танылды, конкурс производствоһы асылды. Предприятие һатыуға сығарыласаҡ.
Раил Сарбаев билдәләүенсә, уны республика һатып алырға ниәтләнә.
Бер үк ваҡытта "Ласселсбергер" фирмаһы менән һөйләшеүҙәр алып барылды. Эш сәфәре менән предприятиела булған саҡта Раил Сарбаев "Ласселсбергер" холдингы директоры Йозеф Ласселсбергер менән һөйләшеү үткәрҙе. Раил Сарбаев БР Президенты Мортаза Рәхимовтың предприятиеның тулы ҡеүәтенә эшләүен бурыс итеп ҡуйыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шуға күрә лә, сауҙалашыу үткәрелгәс, предприятие республиканың һәм "Ласселсбергер" холдингының берлектәге предприятиеһы булыр, моғайын.
Йозеф Ласселсбергер ышандырыуынса, предприятие тиҙ араларҙа сафҡа индереләсәк. Быйыл 1 ноябргә предприятиеның беренсе сираты – мейестәрҙең береһе эшләй башлаясаҡ. 2010 йылдың декабрендә декор етештереү буйынса линияны файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Ласселсбергер әфәнде әйтеүенсә, предприятиела ҡорамалдар хәҙер иҫкергән дә инде. Уны яңыртыу өсөн ике миллион евро һалырға кәрәк. Шуға ҡарамаҫтан, “Ласселсбергер” фирмаһы предприятие менән бик тә ҡыҙыҡһына. Ласселсбергер әфәнде. предприятие өҙлөкһөҙ эшләйәсәк, тип вәғәҙә итте.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика