17:47 (UTC+5), 14 Октября 2009

Газ двигателе менән “НефАЗ” автобусы халыҡ-ара күргәҙмәгә ҡуйылған

Любовь Колоколова
Бөгөн Мәскәүҙә, «Крокус-Экспо» күргәҙмә үҙәгендә асылған «GasSUF-2009» халыҡ-ара күргәҙмәһендә газ двигателе менән «НефАЗ-5299-30-31» тәпәш иҙәнле ҡала автобусы күрһәтелә. Нефтекама автозаводы яңылығы баш предприятие – «КамАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте продукцияһы өлгөләре иҫәбендә ҡуйылған. Уның газ двигателе «Евро-4» стандарттарына тап килә.
«GasSUF-2009»ҙың төп темаһы – газ бүлеү һәм тәбиғи газды һөҙөмтәле файҙаланыу технологиялары баҙарын үҫтереү. «GasSUF» күргәҙмәһендә автотехниканы газ яғыулығына күсереп йыһазландырыу технологиялары, тәбиғи газды шыйыҡландырыу, һаҡлау һәм йөрөтөү өсөн ҡорамалдар, шулай уҡ энергияны һаҡлаусы технологиялар тәҡдим ителә.
Өҫтәп шуны ла әйтергә кәрәк, Евросоюз илдәрен үҫтереү программаһы менән 2020 йылға автомобилдәрҙең дүрттән бер өлөшөн яғыулыҡтың альтернатив төрҙәренә күсереү планлаштырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика