06:54 (UTC+5), 14 Октября 2009

Өфөлә энергетика күргәҙмәләре үтәсәк

Ольга Горюнова
Өфөлә 20-23 октябрь көндәре XV “Урал - 2009 энергетикаһы” халыҡ-ара махсуслаштырылған, VII “Энергияны һаҡлау” махсуслаштырылған , IV “Кабель. Сымдар. Арматура”, I ”Электр һәм яҡтылыҡ техникаһы “махсуслаштырылған күргәҙмәләре үтәсәк. Экспозициялар “Аҡбуҙат” ипподромы манежы бинаһында урынлаштырыласаҡ.
Күргәҙмәләрҙең ойоштороусылары: РФ-ның Энергетика министрлығы һәм БР-ҙың Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлыҡтары булышлығында Башҡорт күргәҙмәләр компанияһы, “Башҡортостан” күргәҙмәләр комплексы, БР-ҙың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, “Башкирэнерго” асыҡ акционерҙар йәмғиәте.
“Урал -2009 энергетикаһы” – Башҡортостан Республикаһында төп энергетик бизнес - форумға әүерелгән иң ҙур күргәҙмәләрҙең береһе. Уның сиктәрендә сәнәғәттең бөтә тармаҡтарына тәғәйенләнгән энергетика комплексы номенклатураһының киң спектры күрһәтеләсәк. “Яҡтылыҡ техникаһы Сауҙа Ассоциацияһы” булышлығында беренсе тапҡыр ”Электр һәм яҡтылыҡ техникаһы “ күргәҙмәһе үтәсәк. Бынан тыш экспоненттарҙың төп өлөшөн Рәсәйҙең 23 төбәгенән – Мәскәү, Ленинград, Кабардин-Балкар, Иваново,Курск, Пенза,Свердловск, Смоленск, Тула, Силәбе өлкәләре, Пермь крайы, Татарстан Республикаһынан – йыйыласаҡ ҡунаҡтар тәшкил итәсәк һәм ошо күргәҙмәләрҙең үҙенсәлеге булып тора ла инде. Быйылғы бизнес-форумда 130-ҙан ашыу предприятие ҡатнашасаҡ, улаҙың күпселеге – етештереүсе фирмалар
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика