12:32 (UTC+5), 13 Октября 2009

БР Венчур фондының инновацион предприятиелар менән эше тикшерелде

Любовь Колоколова
Өфөлә, БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығының йыйылыштар залында “Башҡортостан Республикаһы Венчур фондының инновацион предприятиелар менән эшләү практикаһы” темаһына семинар үтте. Ул республиканың Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына дәүләт ярҙамы программаһына ярашлы үткәрелде. БР Венчур фонды уны “Һаҡлыҡҡа йыйылған аҡсалар һәм инвестициялар” идара итеүсе компанияһы” (Мәскәү) ябыҡ акционерҙар йәмғиәте менән берлектә ойошторҙо.
Сәнәғәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүе буйынса, семинар сиктәрендә түбәндәге мәсьәләләр ҡаралды: инвестицион проекттарҙы һайлап алыу үҙенсәлектәре, уларҙың йәлеп итеүсәнлек факторҙары, инвестициялар формалары, Фондтың идара итеүсе компанияһы менән инновацион предприятие араһында Инвестицион килешеү үҙенсәлектәре, проекттан сығыу тәртибе.
Семинарҙа БР Венчур фондының башҡарыусы директоры Гөлшат Шакирова, “Һаҡлыҡҡа йыйылған аҡсалар һәм инвестициялар” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Наталья Подсосонная һәм был компанияның директорҙар советы ағзаһы Олег Дьяченко сығыш яһаны.
Сара аҙағында проекттарҙы индивидуаль тикшереү үткәрелде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика