07:23 (UTC+5), 09 Октября 2009

Рәсәй, Башҡортостан һәм Германия – Башҡорт дәүләт аграр университетында

Марият Артюхова
Башҡорт дәүләт аграр университетында 14-17 октябрҙә үткәреләсәк “Мәғариф. Инновациялар. Экология” Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһына әҙерлек бара. Уны ойоштороусылар – Рәсәй Федерацияһының Ауыл хужалығы министрлығы, Федераль Мәғариф һәм тикшеренеүҙәр министрлығы, Германия һәм Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы.
Конференция аграр сектор ғалимдары, аграр фирмалар, фермерҙар һәм сит илдә эш тәжрибәһенә эйә булған элекке практиканттар өсөн тәғәйенләнгән. Уның маҡсаттары – мәғариф, инновациялар һәм экология өсөн яңы белем алыуға булышлыҡ итеү, фәнни бәйләнештәрҙе үҫтереү, предприятиеларҙы презентациялау, хеҙмәт биржаһы.
Ойоштороусылар актуаль мәсьәләләрҙе “Мәғариф”, “Инновациялар” һәм “Экология һәм биоэнергия” эш төркөмдәрендә тикшерергә планлаштыра.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика