15:32 (UTC+5), 08 Октября 2009

Шамонинола тәүге өй туйлаусылар барлыҡҡа килде

Ольга Горюнова
Бөгөн бюджет өлкәһенең 120 хеҙмәткәре Республика көнөнә ҡарата республиканан бүләк алды. Шамонино ауылында яңы йорттарҙан асҡыстарҙы уларға Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов тапшырҙы. Тантаналы сарала шулай уҡ БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев, республика Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Фәтих Ҡаҙаҡбаев, Премьер-министр урынбаҫары, БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов һәм башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты.
Татар гимназияһы уҡытыусыһы Илһөйәр Миңлеханова “Үҙ йортом” программаһы хаҡында быйыл майҙа ғына белеп ҡала. Хәҙер ул Шамонино ауылында яңы йортон йыһазландыра. Ире менән улар 73 квадрат метр майҙанлы йортто һайлай. Өйҙө төҙөгән саҡта икенсе ҡатын да өҫтәп һалыуҙарын үтенәләр, һөҙөмтәлә йорттоң майҙаны 81 квадрат метр тәшкил итә - дүрт кешенән торған ғаиләгә урын етәсәк.
Уларға 355 мең һум аҡса һалырға тура килгән, быға өҫтәп йыллыҡ һигеҙ процент өҫтәп түләү менән (программа шарттары буйынса) биш йылға 300 мең һум күләмендә кредит, 6,5 мең һум электр энергияһы үткәреүгә киткән, 50 мең һум самаһы һыу һәм газ тоташтырыуға тотоноласаҡ.
Дүрт йыл элек Бәләбәйҙән килгән Миңлехановтар ғаиләһе быға тиклем кеше фатирында аҡса түләп йәшәгән. Бөгөн иһә уларҙың һәм тағы 119 ғаиләнең – үҙ торлағы. Уҡытыусылар, тәрбиәселәр, водителдәр, завод эшселәре, хужабикәләр ихлас күңелдән республика етәкселегенә үҙҙәренең рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
1 из 18
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика