09:24 (UTC+5), 07 Октября 2009

Моноҡалалар дәүләт ярҙамы аласаҡ

Ольга Горюнова
БР Иҡтисади үҫеш министрлығы тарафынан моноҡалаларға индерелгән 12 биләмә уларҙа хәлде тотороҡландырыу өсөн һәр яҡлап ярҙам аласаҡ. Был турала республиканың иҡтисади үҫеш министры Евгений Евтушенко хәбәр итте.
Мәҫәлән, бындай ҡалаларҙың төп предприятиеларының профилен үҙгәртеү буйынса проекттар федераль Инвестиция фондынан (киләһе йыл уны ун миллиард һумға тулыландырыу күҙаллана) финанслауға конкурстарҙа ҡатнашасаҡ. Бынан тыш, бындай предприятиеларға дәүләт заказдары биреп (“НефАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәте автобустарға заказдар ала ла инде) ярҙам итеү планлаштырыла.
Иң ҡатмарлы моноҡала – Ағиҙелдә бойомға ашырылған ҙур проекттарҙың береһе – “йылға-диңгеҙ” тибындағы порт төҙөү. Проекттың хаҡы – 3,6 миллиард һум, шуның 700 миллион һумы үҙләштерелгән дә инде.
Ағиҙел порты – бик файҙалы логистик нөктә. Уны файҙаланыуға тапшырыу Ҡара, Каспий, Балтик диңгеҙҙәренә сығыуҙы тәьмин итәсәк, бынан тыш, “Сәнәғәтле Урал – Поляр Урал” федераль проектын әүҙемерәк тормошҡа ашырырға булышлыҡ итәсәк.
Әйткәндәй, Ағиҙел проектын 2011 йылда уҡ сафҡа индерергә мөмкин буласаҡ, ул саҡта 2,6 мең кеше эш менән тәьмин ителәсәк.
Башҡа моноҡалаларҙа ла ошоға оҡшаш проекттар эшләнә һәм тормошҡа ашырыла.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика