13:00 (UTC+5), 05 Октября 2009

Италия технологиялары менән танышыу мөмкинлеге тыуҙы

Любовь Колоколова
Башҡортостанда "Сауҙа-сәнәғәт палаталары селтәре аша бәләкәй һәм урта предприятиеларҙы интернационалләштереү" Европа проекты башлана. Уның төп маҡсаты - республиканың бәләкәй предприятиеларына халыҡ-ара эшлекле миссияларҙы ойоштороуҙа матди таяныс булдырыу, экспортҡа тауарҙар етештереүсе предприятиеларға ярҙам күрһәтеү һәм сит ил ҡорамалдарын алмаштырыусы технологияларҙы индереү.
БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты рәйесе, Италия - Рәсәй сауҙа палатаһының Башҡортостан вәкиллеге етәксеһе Руслан Кинйәкәев хәбәр итеүенсә, Италия - Рәсәй сауҙа палатаһы үҙенең төбәктәге вәкиллеге офисы аша Италияға маҡсатлы эшлекле сәфәрҙәргә кандидаттарҙы конкурс нигеҙендә һайлап ала. Улар бер үк ваҡытта эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенең биш төрө буйынса күргәҙмә-йәрминкә сараларына ла ҡатнашасаҡ.
Быйыл Италияға 11 кеше ебәреләсәк. Улар бер нисә көн буйына эшлекле миссия менән Италия ҡалаларының береһендә буласаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика