Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.97
0
90.01
0
62.51
+0.52
6+ °C
Облачно
Иҡтисад
1 Октября 2009, 11:44

Газға тарифтар күтәрелде

1 октябрҙән илдә тәбиғи газға ваҡлап һатыу хаҡтары күтәрелә. Быйылғы йылда зәңгәр яғыулыҡҡа тарифтар дүртенсе тапҡыр инде арттырыла.
Хәҙер иҫәпкә алыу приборҙары булғанда бер кубометр газ ҡулланыу 2 һум 48 тингә төшәсәк. Торлаҡ биналарын йылытыуға файҙаланылған газ хәҙер - 1 һум 81 тин, ә аш-һыу әҙерләүгә һәм эҫе һыу менән тәьмин итеүгә (үҙәкләштерелгән эҫе һыу менән тәьмин итеү булмағанда һыу йылытыу) 3 һум 80 тин торасаҡ.
Элек хаҡтар 2,37, 1,74 һәм 3,62 һум ине.
Автор:Марият Артюхова
Читайте нас