17:40 (UTC+5), 30 Сентября 2009

Өфө аэропортында осоштар географияһын киңәйтергә планлаштыралар

Өфө аэропортында "Өфө" Халыҡ-ара аэропорты" асыҡ акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәренең һәм авиакомпаниялар вәкилдәренең сираттағы берлектәге кәңәшмәһе үткәрелде. Алдағы "Ҡыш-2009/2010" миҙгеле расписаниеһы, аэропорт хеҙмәттәре һәм подразделениеларының республика баҙарында эшләүсе авиакомпаниялар менән хеҙмәттәшлеге, шулай уҡ пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу төп тикшереү темаһы булып торҙо.
Кәңәшмәлә "Аэрофлот", "Себер", "Россия" дәүләт транспорт компанияһы, "Ямал", "ЮТЭйр", "Үзбәкстан һауа юлдары", "Кубань авиалиниялары", "Когалым авиа", "Төркиә авиалиниялары", "Трансаэро", "Ист Эйр", "КАТЭКавиа" авиакомпаниялары вәкилдәре ҡатнашты.
"Өфө" аэропорты яғынан һөйләшеүҙә авиация именлеге, пассажир һәм йөк ташыуҙар хеҙмәттәре, предприятиеның диспетчер хеҙмәте, иҡтисади планлаштырыу һәм тариф көйләүе бүлеге, линия эске эштәр бүлеге һәм башҡалар ҡатнашты.
Кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, хәҙерге ваҡытта "Өфө" Халыҡ-ара аэропорты республика халҡының һәм иҡтисадының авиацион ташыуҙарға ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә. Донъя финанс көрсөгө тыуҙырған иҡтисади ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, "Өфө" аэропорты йыл аҙағына тиклем миллион ярым пассажирҙы хеҙмәтләндерергә планлаштыра. Көрсөккә ҡаршы саралар эшкәртелгән, улар предприятие тотороҡлолоғон һаҡларға булышлыҡ итәсәк, маршрут селтәрен арттырыу буйынса эш алып барыла. Осоштар географияһын киңәйтеү маҡсатында яңы йүнәлештәр: Астанаға, Алматыға, Ригаға, Владивостокка һәм башҡа ҡалаларға маршруттар үҙләштерергә тәҡдим ителде.
Өфө аэропортында шулай уҡ аэропорт хеҙмәтләндереүҙәренә ташламалар биреү, яңы компаниялар һәм яңы асылған рейстар өсөн яғыулыҡ менән тәьмин итеү программаһы эшләй.
Пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереүгә килгәндә, бында ла билдәле бер ҡаҙаныштарға өлгәшелгән. Багаж өсөн арбалар биреү ойошторолған. Халыҡ-ара терминалда үлсәүҙәр ҡуйылған. "Аэропорт" ҡунаҡханаһында әсә һәм бала бүлмәһе йыһазландырылған. Ҡыҫҡаһы, быларҙың барыһы ла рейс көткән пассажирҙарға уңайлылыҡтар тыуҙырыу өсөн эшләнә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика