11:45 (UTC+5), 24 Сентября 2009

Руслан Ғарипов - Бөтә Рәсәй инновациялар конкурсы еңеүсеһе

Марият Артюхова
Руслан Ғарипов - "Внедрение" отряды яугиры, Башҡорт дәүләт аграр университеты ауыл хужалығын механизациялау факультетының дүртенсе курс студенты - ауыл хужалығын механизациялау өлкәһендә инновацион студент эштәре конкурсында беренсе урын яуланы. Конкурс Мәскәүҙә "Йәштәр көнө - агробыуын" Икенсе йәштәр форумы сиктәрендә үтте. Уның проекты "УВК-1 консерванттарын индереү өсөн ҡоролма" тип аталды.
Конкурсҡа аграр юғары уҡыу йорттары студенттарының һәм аграр секторҙағы йәш ғалимдарҙың ғилми-ҡулланма эштәре - курс эштәре, диплом проекттары тәҡдим ителде. Баһалау критерийҙары - проекттың инновационлығы, актуаллеге һәм талап ителеүе, уны ғәмәлгә ашырыу мөмкинлеге.
Руслан Ғариповҡа еңеү еңел бирелмәне. Конкурста ҡатнашыусылар бик күп булды. Икенсе урынды Ҡазан дәүләт аграр университетынан Александр Железнев һәм Ставрополь дәүләт аграр университетынан Максим Мастепаненко алды. Өсөнсө урында - Ульяновск дәүләт ауыл хужалығы академияһынан Алексей Гордеев һәм Урал дәүләт ауыл хужалығы академияһынан Эльдар Низаметдинов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика