18:23 (UTC+5), 23 Сентября 2009

Хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө

CITOGIC'2009-Өфө конгресында Рәсәй газ йәмғиәте менән "СОПКОР" коммерция булмаған партнерлығы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Документҡа Рәсәй Дәүләт Думаһы Рәйесе урынбаҫары Валерий Язев менән "СОПКОР" коммерция булмаған партнерлығы Советы рәйесе Богдан Будзуляк ҡул ҡуйҙы.
Был килешеүҙе бойомға ашырыу газ үткәргестәрҙең хәүефһеҙлеген һәм уларҙы файҙаланыу ышаныслылығын күтәреүгә йүнәлтелгән.
- Бындай килешеүҙең Өфөлә CITOGIC конгресында төҙөлөүе мөһим, - тип билдәләне Рәсәй Технологик фәндәр академияһы президенты Борис Никитин. - Бөгөн Рәсәй масштабында 150 мең километрҙан ашыу газ үткәргестәр файҙаланыла. Улар инде бик күптән сафҡа индерелгән. Йыл һайын газ үткәргестәрҙең бер нисә мең километрында профилактик эштәр үткәреү зарур.
Никитин әйтеүенсә, был йүнәлештә эште әүҙемләштереүгә Саян-Шушенский ГЭС-ындағы фажиғә сәбәп булып тора. Шулай уҡ башҡа сәнәғәт объекттары ла туҙыу сәбәпле, техноген һәләкәттәр тыуыуы бик тә ихтимал.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика