12:19 (UTC+5), 23 Сентябрь 2009

CITOGIC'2009-Өфө конгресы асылды

Эльвира Латипова
Конгресс-холда CITOGIC'2009-Өфө конгресы асылды. CITOGIC - ул газ, нефть сәнәғәтендә, энергетикала һәм элемтәлә яңы технологиялар менән таныштырыусы йыл һайын үткәрелеп килгән халыҡ-ара форум.
Конгресс Рәсәйҙең, донъя энергетик державаһы булараҡ, технологик үҫешенең стратегик йүнәлештәренә арналған. CITOGIC'2009-Өфө Рәсәй Президенты күҙәтеүендә һәм БМО-ның Сәнәғәт үҫеше буйынса комитеты ҡанаты аҫтында үткәрелә. Уны ойоштороусылар - Рәсәй Фәндәр академияһы, "Газпром" асыҡ акционерҙар йәмғиәте, илдең ҙур нефть-газ, төҙөлөш, финанс компаниялары.
Конгрестың юғары ҡунаҡтары иҫәбендә - БР Президенты Мортаза Рәхимов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, республика Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев һәм башҡалар.
Конгреста ҡатнашыусыларға Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев тәбрикләү хаты ебәргән. Унда, атап әйткәндә, шулай тиелә: "...ватан энергетикаһын һөҙөмтәле үҫтереү - ул иҡтисадты модернизациялауҙың төп йүнәлеше. Уның уңышы алдынғы заманса технологияларҙы киң индереү менән туранан-тура бәйләнгән. Бында Рәсәй фәненең инновацион ҡеүәтен тулыһынса ғәмәлгә индереү, ғалимдарҙың, конструкторҙарҙың һәм инженерҙарҙың яңы эшкәртмәләрен файҙаланыу үтә мөһим. Һәм әлбиттә - сит ил партнерҙары менән кооперация бәйләнештәрен тәрәнәйтеү. Конгресс барышында ҡабул ителгән ҡарарҙар Рәсәй яғыулыҡ-энергетика комплексының конкуренцияға һәләтлелеген күтәреүгә булышлыҡ итер, тип иҫәп тотам".
Шулай уҡ Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путиндан, Федерация Советы Рәйесе Сергей Мироновтан тәбрикләү телеграммалары килде.
Конгреста ҡатнашыусылар алдында Рәсәй Федерацияһының Технологик фәндәр академияһы президенты Борис Никитин, Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов сығыш яһаны.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика