18:27 (UTC+5), 22 Сентября 2009

"Ҡатын-ҡыҙ - йыл директоры" конкурсының төбәк этабы

Башҡортостандың Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы "Ҡатын-ҡыҙ - йыл директоры" Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабына әҙерлек башланы. Быйыл ул 13-сө тапҡырына үткәрелә.
БР Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы рәйесе Алла Кузьмина хәбәр итеүенсә, конкурсҡа заявкалар 20 октябргә тиклем ҡабул ителәсәк. Быйылғы ярыш шарттарының береһе - дәғүәселәрҙең бәләкәй предприятие директоры сифатында стажы биш йылдан кәм булмаҫҡа тейеш.
Бөгөнгө көнгә заявкалар Салауат, Стәрлетамаҡ, Благовещен, Өфө эшҡыуарҙарынан килде. Конкурс ноябрҙең 20-ләрендә үткәреләсәк.
Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, "Ҡатын-ҡыҙ - йыл директоры" конкурсы идеяһы авторы - Рәсәй Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы президенты Татьяна Малютина. Конкурстың маҡсаты - предприятиеның үҫешен тәьмин итеүсе ҡатын-ҡыҙ етәкселәрҙе асыҡлау һәм дәртләндереү, төбәктең социаль-иҡтиседи программаларын тормошҡа ашырыуға уларҙың индергән өлөшөн һәм ролен йәмәғәтселеккә танытыу.
Был конкурсты үткәреү йылдарында Башҡортостандан йөҙгә яҡын ҡатын-ҡыҙ лауреат исеме алды, уларҙан 14 еңеүсе исемле миҙалдарға лайыҡ булды, өсәүһенә "Рәсәйҙең атҡаҙанған директоры" исеме бирелде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика