Куйбышев тимер юлы йыл башынан алып 2,8 миллион тонна самаһы нефть продукттары ташыны, был былтырғы күрһәткестән һигеҙ процентҡа артығыраҡ.
Куйбышев тимер юлының йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса хеҙмәте хәбәр итеүенсә, быйыл тәүге тапҡыр август айында Куйбышев магистрале буйлап ташылған нефть продукттары күләме уҙған йыл кимәленән артып китте. Августа бөтәһе 4,9 миллион тоннанан ашыу йөк ташылды, был план күрһәткесенән ике процентҡа артығыраҡ.
Башҡортостан бүлексәһе нефть продукттары ташыу буйынса, ғөмүмән, лидер булып тора. Бынан тыш, бөтә Куйбышев магистрале йөк әйләнешенең яртыһы тиерлек уның өлөшөнә тура килә.