17:30 (UTC+5), 11 Сентября 2009

Көҙгө ауыл хужалығы йәрминкәләре башлана

Марият Артюхова
12 сентябрҙә Башҡортостанда көҙгө ауыл хужалығы йәрминкәләре миҙгеле асыла. Атап әйткәндә, алдағы ял көндәрендә аграрийҙар Бәләбәй, Стәрлетамаҡ һәм Октябрьский халҡына үҙ продукцияларын тәҡдим итәсәк.
Өфөлә традицион ауыл хужалығы йәрминкәләре 19 сентябрҙә башлана. Республиканың ауыл райондары киләсәк урындар билдәләнгән. БР Ауыл хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфөнөң һәр районына 7-15 райондан ылауҙар киләсәк.
Йәрминкә үткәреү урындары билдәле. Дим районында был "Алтын" сауҙа комплексы алдындағы майҙан, Калининда - Баландин бульварындағы 15-се магазин алдындағы, "Ауыл хужалығы йәрминкәһе" баҙары һәм "Шаҡша" баҙары эргәһендәге майҙандар. Киров районында йәрминкәләр "Аврора" кинотеатры алдындағы һәм Пушкин урамы менән Ғафури урамы сатындағы майҙандарҙа үтәсәк. Ленин районында һатып алыусыларҙы Киров урамы башындағы һәм "Заречный" баҙары эргәһендәге майҙандарҙа көтәсәктәр, Совет районында - "Юбилей" Мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда. Октябрь районы халҡын дүрт йәрминкә майҙаны ҡаршылаясаҡ - Спорт һарайы, "Башҡортостан" сауҙа үҙәге алдында, Рыльский урамында һәм Зорге урамындағы 44-се йорт эргәһендә. Орджоникидзе районында ауыл хужалығы продукттары етештереүселәр Орджоникидзе исемендәге майҙанда, "Йүрүҙән" сауҙа үҙәге алдында, Еңеү урамында - Ҡулса һәм Калинин урамдары араһында, Тыныслыҡ һәм Новочеркасск урамдары сатында, "Урал" сауҙа-сервис комплексы һәм "Тирәктәр" сауҙа йорто эргәһендә урын аласаҡ.
Йәрминкәләр 29 ноябргә тиклем дауам итәсәк. Унан һуң Яңы йыл алды йәрминкәләре - 12 һәм 27 декабрҙә - планлаштырылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика