23:33 (UTC+5), 09 Сентября 2009

Республика аграрийҙары "Алтын көҙ-2009"ға әҙерләнә

Марият Артюхова
Башҡортостандың ауыл хужалығы етештереүселәре "Алтын көҙ-2009" ХI Бөтә Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнашыуға әҙерләнә. Ул Мәскәүҙә 9 октябрҙән 12-һенә тиклем үтәсәк. Ҡатнашыусылар исемлегендә - республиканың Һөтсөлөк һәм Итселек союздары, "Башспирт" асыҡ акционерҙар йәмғиәте, "Рощинский" совхозы һәм башҡалар.
Төбәгебеҙҙең агросәнәғәт комплексы предприятиелары 142 квадрат метр майҙанды биләйәсәк берҙәм экспозиция булып сығыш яһаясаҡ. Ул Бөтә Рәсәй күргәҙмә үҙәгенең 57-се павильонында "Рәсәй төбәктәре" дөйөм күргәҙмә майҙансығында урынлашасаҡ. БР Ауыл хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, күргәҙмәлә ҡатнашыусыларға күргәҙмә кәштәләре дизайнына айырыуса иғтибар бирергә тәҡдим ителгән. Былтырғы кеүек үк, бөтә күрһәтелгән тауарҙарға продукцияла генетик модификацияланған организмдар булмауын раҫлаусы документтар булырға тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика