17:45 (UTC+5), 08 Сентября 2009

Бөтә донъя бал ҡорттарын һаҡлау көнөн булдырырға тәҡдим иттеләр

Эльвира Латипова
Башҡортостандың умартасылыҡ продукцияһын эшкәртеүселәре Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына Бөтә донъя бал ҡорттарын һаҡлау көнөн булдырырға саҡырып мөрәжәғәт итте. Датаһы ла тәҡдим ителә - 14 сентябрь.
"Тенториум” компанияһы БМО-ға ебәргән хатта: "Бал ҡорттары экологик саф тәбиғи ресурстарҙы һаҡлау һәм арттырыу процесының мөһим звеноһы булып тора. Был бик күп натураль продукция төрҙәрен етештереүгә ҡатнашы булған донъяла берҙән-бер бөжәк. Бал ҡорттары продукттарҙы зарарлы ҡатнашмаларҙан таҙартырға һәләтле, уларҙы урындың экологик мониторингы өсөн файҙаланалар. Умартасылыҡ продукттары кеше организмының бик күп системалары һәм ағзаларының нормаль эшен аяҡҡа баҫтырыу һәләтенә эйә", - тип билдәләнә.
"Тенториум" инициативаһын "Башҡорт балы" Төбәк ғилми-етештереү үҙәге лә хуплап сыҡты.
14 сентябрь датаһы осраҡлы ғына һайланмаған: был көндө Ер шарының төрлө мөйөштәрендә умартасылыҡ миҙгеле ябыла йә әле башланмаған була. Бынан тыш, күп йылдар дауамында Рәсәйҙә, Ҡаҙағстанда, Украинала, Азербайжанда, Ҡырғыҙстанда, Балтик буйы дәүләттәрендә һәм башҡа ҡайһы бер илдәрҙә был көндө умартаны ябыу байрамын билдәләйҙәр.
Бал ҡорттарын һаҡлау көнөн булдырыу бал ҡорттарын яҡлау һәм һаҡлау буйынса бөтә донъя тырышлығын берләштерергә ярҙам итер ине, тип иҫәпләй хат авторҙары. Был көн сиктәрендә бөтә кешелек иғтибарын был проблемаға йәлеп итеү өсөн махсус проекттар, программалар бойомға ашырырға, саралар үткәрергә тәҡдим ителә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика