17:25 (UTC+5), 29 Июль 2009

Рәсәйҙә эшһеҙҙәр һаны 6,5 миллион кешегә тиклем кәмене

Евгений Рәхимҡолов
Илдә Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы методологияһы буйынса баһаланған эшһеҙҙәр һаны 6,5 миллион кешегә тиклем кәмене. Шуларҙан 2,15 миллионы мәшғүллек үҙәктәрендә рәсми теркәлгән. Федераль мәғлүмәт агентлыҡтары хәбәр итеүенсә, был һандарҙы РФ һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министры урынбаҫары Максим Топилин килтерә.
Эшһеҙлек былтыр йыл аҙағында ҡырҡа арта башланы. Рәсәйҙә октябрҙә үк 1,5 миллиондан кәмерәк рәсми теркәлгән эшһеҙ иҫәпләнде, ә дөйөм эшһеҙлек кимәле дүрт миллион тирәһе тәшкил итте.
Эшһеҙлектең иң юғары нөктәһе быйыл ғинуар-февраль айҙарына тура килде, ул саҡта аҙнаһына 100-әр мең кеше өҫтәлде. Апрелдә илдә эшһеҙҙәр һаны 7,5 миллион кешегә яҡынлашты. Әммә апрель аҙағынан эшһеҙлек бер аҙ кәмей башланы.
Республикабыҙҙа ла хәл шул рәүешле тиерлек үҫеште. Иң күп эшһеҙҙәр һаны беҙҙә март айында теркәлде - 49679 кеше. Башҡортостанда хеҙмәт баҙарында хәлдең тотороҡлана башлау билдәләре апрель айында күренде. Был процесс БР хеҙмәт баҙарында көсөргәнеште кәметеү буйынса өҫтәмә саралар программаһын тормошҡа ашыра башлауға тура килде.
Максим Топилин фекеренсә, хәҙер хеҙмәт баҙарында эштәр бер аҙ яҡшырыуы күҙәтелһә лә, был тынысланырға мөмкин, тигән һүҙ түгел, сөнки, дөйөм алғанда, хәл бер йыл элекке кеүек тотороҡло түгел. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов та ошондай фекер яҡлы. Етмәһә, күп эксперттар көҙ көнө миҙгелле эштәр туҡталыу менән бәйле, эшһеҙлек ҡайтанан артасаҡ тип күҙаллай. Тимәк, эш менән тәьмин итеү үҙәктәренә ҡайтанан эшһеҙ ҡаласаҡ кешеләрҙе ҡайҙа урынлаштырыу тураһында әле үк уйланырға кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика