11:37 (UTC+5), 29 Июля 2009

Павловка һыу һаҡлағысында беренсе йылға заправка станцияһы асылды

Әлим Фәйезов
Өфө, 29 июль, "Башинформ", .
Павловка һыу һаҡлағысында Башҡортостанда беренсе йылға заправка станцияһы асылды. Уны асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте Етәксеһе Николай Курапов, БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллин, "Башкирнефтепродукт" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Фәнил Мәзитов һәм Нуриман районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Мирхәт Тимерғәзин ҡатнашты. БР Президенты Хакимиәте Етәксеһе Николай Курапов республика башлығы Мортаза Рәхимов исеменән тәбрикләү һүҙен еткерҙе һәм, республикала беренсе йылға заправкаһын асыу тирә-яҡ мөхит торошонда уңышлы сағыласаҡ һәм яғыулыҡ ҡулланыусылар өсөн уңайлы шарттар булдырасаҡ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Нуриман районы хакимиәте башлығы Мирхәт Тимерғәзин фекеренсә, бәләкәй суднолар өсөн йылға заправкаһы төҙөү район халҡы өсөн дә, ял итеүселәр өсөн дә ҙур әһәмиәткә эйә. "Был заправка станцияһы - Уралда беренсе һәм Волга буйы федераль округында икенсе ошондай заправка, - тине "Башкирнефтепродукт" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Фәнил Мәзитов. - Ул бөтә экологик именлек талаптарына яуап бирә, унда ике стеналы резервуар, таҙартыу ҡоролмалары урынлаштырылған".
Йөҙөп йөрөүсе яғыулыҡ-заправка комплексы Нуриман районының Павловка ҡасабаһы биләмәһендә Павловка һыу һаҡлағысы быуаһы эргәһендә урынлашҡан. Комплекс һыу транспортын: катер, яхта һәм башҡа төрлө бәләкәй йылға судноларын бензин менән заправкалау өсөн тәғәйенләнгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика