11:20 (UTC+5), 29 Июля 2009

1 августан пенсиялар арта

Марият Артюхова
Рәсәйҙә 1 августан хеҙмәт пенсияһының страховка өлөшө 7,5 процентҡа күтәрелә. Башҡортостанда был артыу 943 меңдән ашыу пенсионерға ҡағыла.
Рәсәй Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһе матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был инде йыл башынан алып пенсияны өсөнсө тапҡырына арттырыу. Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, беренсе индексация 1 мартта үткәйне - хеҙмәт пенсияһының база өлөшө һәм социаль пенсия 8,7 процентҡа арттырылғайны. 1 апрелдән ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһының страховка өлөшө 17,5 процентҡа артҡайны.
Пенсияны киләһе арттырыу 1 декабргә билдәләнгән - хеҙмәт пенсияһының база өлөшө һәм социаль пенсия 31,4 процентҡа индексацияланасаҡ. Шулай итеп, 2009 йылда пенсиялар дүрт тапҡыр индексацияланасаҡ.
Рәсәй Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров һүҙҙәренә ҡарағанда, бөтә арттырыуҙар һөҙөмтәһендә республикабыҙҙа ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһының уртаса күләме 35 процентҡа артасаҡ һәм 6127 һум тәшкил итәсәк. Социаль пенсияның уртаса күләме йыл аҙағына пенсионерҙарҙың йәшәү минимумы күләменә етәсәк.
Пенсиялар һәм башҡа социаль түләүҙәргә 1 августан төбәк буйынса өҫтәмә рәүештә 226 миллион һум талап ителәсәк. Дөйөм алғанда, августан республика буйынса пенсиялар һәм айлыҡ аҡсалата түләүҙәргә сығымдар айына 5,9 миллиард һумдан ашыу тәшкил итәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика