12:04 (UTC+5), 30 Июнь 2009

"Салауатнефтьоргсинтез" хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын арттыра

Евгений Рәхимҡолов
"Салауатнефтьоргсинтез" асыҡ акционерҙар йәмғиәте үҙ хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын арттырыу тураһында ҡарар ҡабул итте.
Предприятиеның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл июлдән завод хеҙмәтсәндәренең күбеһенең айлыҡ эш хаҡы күләме - алты процентҡа, ә ҡайһы бер ярҙамсы подразделениелар хеҙмәткәрҙәре өсөн 11,3 процентҡа арта.
"Салауатнефтьоргсинтез" акционерҙар йәмғиәтендә быйыл йыл башынан алып был эш хаҡын беренсе тапҡыр индекслау. 2008 йылда бында эш хаҡын ике тапҡыр күтәрҙеләр: ғинуарҙа - 10 процентҡа һәм июлдә - биш процентҡа. Ул саҡта эшселәрҙең генә хеҙмәт хаҡы арттырылғайны.
Хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡын күтәреү предприятиеға ай һайын 20 миллион һумға төшәсәк.
Әлеге ваҡытта "Салауатнефтьоргсинтез" Рәсәйҙең өс иң ҙур нефтехимия предприятиеһына инә һәм бутил спирты, бензин, этилен, пропилен, полиэтилен һәм башҡа нефтехимия продукттары етештереүсе төп предприятиеларҙың береһе булып тора. Бөгөн "Салауатнефтьоргсинтез" 140 төрҙән ашыу продукция сығара. Предприятиела 12,5 меңдән ашыу кеше эшләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика