12:13 (UTC+5), 26 Июня 2009

"Полиэф"тың производство майҙансыҡтары - бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа

Эльвира Латипова
Өфө, 26 июнь, "Башинформ", .
Бөгөн БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев "Полиэф" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарын урынлаштырырға планлаштырылған производство майҙансыҡтарында булды. Уны БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры Юрий Пустовгаров һәм БР Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ринат Зәйнуллин оҙатып йөрөнө. Бөгөн бында БР Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты, "Полиэф" асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм "Энергоресурс" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйырға планлаштыралар. Документҡа ҡул ҡуйыуҙың маҡсаты - Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының иҡтисади эшмәкәрлеген әүҙемләштереү.
Берлектәге проектты тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә республика өсөн яңы производство, өҫтәмә эш урындары барлыҡҡа киләсәк һәм һалымдар формаһында бюджетҡа өҫтәмә керем инәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика