18:40 (UTC+5), 24 Июня 2009

Республикабыҙ һәр йүнәлештә алдынғы

Марият Артюхова
Башҡортостан Рәсәй субъекттары башҡарма власть органдарының 2008-2009 йылдарҙа торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыу буйынса эшмәкәрлеге һөҙөмтәлелеге рейтингында һигеҙенсе урынды яуланы.
Был иерархияла урынды билдәләү өсөн РФ Төбәктәр үҫеше министрлығы төбәктәрҙең алты позиция буйынса эшенә анализ яһаны. Республикабыҙ дәүләт коорпорацияһы - Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды средстволарын файҙаланыу һөҙөмтәлелеге буйынса - беренсе һәм, концессион килешеүҙәрҙе һәм дәүләт-шәхси партнерлыҡтың башҡа механизмдарын файҙаланып, коммуналь өлкәнең милек комплексы менән идара итеү системаһын үҫтереү буйынса туғыҙынсы урынды яуланы.
Идаралыҡ һәм торлаҡ фондын хеҙмәтләндереү өлкәһендә конкуренция мөнәсәбәттәрен үҫтереү буйынса Башҡортостан 18-се урында, коммуналь хеҙмәтләндереүҙәрҙе иҫәпкә алыу приборҙары менән тәьмин ителеш кимәле буйынса - 19-сы, хаҡтарҙы билдәләү системаһын камиллаштырыу һәм торлаҡ-коммуналь өлкәлә бюджет средстволарын тотоноу һөҙөмтәлелеге буйынса - 26-сы, торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәтләндереү өсөн түләгәндә льготаларҙы һәм субсидияларҙы аҡсалата формаға күсереүҙе тамамлау буйынса - 32-се урында.
Бынан тыш, РФ Төбәктәр үҫеше министрлығы субъекттар башҡарма власть органдарының 2008-2009 йылғы көҙгө-ҡышҡы осорон үткәреү һөҙөмтәләре буйынса эшмәкәрлегенә лә баһа бирҙе. Был "ярышта" республикабыҙ - "бронза призер".
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика