12:02 (UTC+5), 18 Июня 2009

Рәсәй-ғәрәп эшлекле советы Өфөлә

Марият Артюхова
Бөгөн Өфөлә Рәсәй-ғәрәп эшлекле советын презентациялау үтте. Совет директоры урынбаҫары Владислав Луценко әйтеүенсә, уның эшендә Башҡортостан – мосолман динле халыҡтар өҫтөнлөк иткән республика – төп урындарҙың береһен биләргә тейеш.
Ғәрәп донъяһының Рәсәйгә иғтибары осраҡлы түгел. Илебеҙ тәбиғи ресурстарға ғына түгел, төрлө инновацияларға ла бай. Мәҫәлән, бөгөн Сәғүд Ғәрәбстаны менән атом энергияһын тыныс файҙаланыу өлкәһендә хөкүмәт-ара килешеү проекты эшләнә. Икенсе миҫал - ГЛОНАСС глобаль навигация системаһын булдырыу.
- Көрсөк ике яҡлы хеҙмәттәшлеккә булышлыҡ итә, - ти Владислав Луценко. - Шуға күрә совет урындарҙа иғтибар йәлеп итеү өсөн төбәктәргә юлланды. Өфөгә тиклем бындай осрашыу Санкт-Петербургта үтте, сиратта - Новосибирск.
Бөгөн советтың төп маҡсаты - Рәсәй бизнесын быйыл октябрҙә Сәғүд Ғәрәбстанында үтәсәк Рәсәй күргәҙмәһендә һәм Рәсәй-Сәғүд бизнес-форумында ҡатнашыуға ҡыҙыҡһындырыу. БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы етәкселеге менән республикабыҙ предприятиеларының был сараларҙа ҡатнашыуы тураһында килешеүгә өлгәшелде лә инде.
Презентацияла республика предприятиелары һәм бәләкәй бизнесы вәкилдәре ҡатнашты. Улар Луценкоға байтаҡ һорауҙар бирҙе, шул иҫәптән ауыл хужалығы, дәүләт-ара мөнәсәбәттәр, мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә хеҙмәттәшлек хаҡында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика