12:16 (UTC+5), 02 Июня 2009

ӨМЭПБ вертолеттар өсөн двигателдәр етештереү майҙансығы булыуы ихтимал

Эльвира Латипова
Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе вертолеттар өсөн двигателдәр етештереү майҙансығы итеп һайланыуы ихтимал. Әлеге ваҡытта базаһында перспективалы производство майҙансыҡтары ойоштороу өсөн варианттар булараҡ Рәсәйҙең бер нисә предприятиеһы ҡарала.
- ӨМЭПБ-ла мөмкинлектәр бар, һәм был мөмкинлектәр ҙур, - тине журналистар менән интервьюһында Башҡортостанға эш сәфәре менән килгән Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Денис Мантуров.
ӨМЭПБ-ның генераль директоры Александр Артюхов Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһында вертолет двигателдәрен үҫтереү буйынса блок етәксеһе булып тора. Производствоны урынлаштырыуға килгәндә, бөтәһе лә срокка һәм тап ниндәй двигателдәр әҙерләнәсәгенә бәйләнгән, тине Денис Мантуров.
Хәҙерге ваҡытта заманса ветролеттар өсөн двигателдәрҙе Украина етештерә. Рәсәй уларҙан һатып ала. Үҙ производствоңды ойоштороу сит илдән һатып алыуҙы алмаштырыу мәсьәләһен хәл итергә ярҙам итәсәк. Әлегә украин двигателдәренән баш тартыу тураһында һөйләргә иртәрәк, әлбиттә.
ӨМЭПБ базаһында яңы двигателдәр производствоһын урынлашытырыу перспективаһы республика өсөн бик мөһим.
- Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә 20 мең самаһы кеше эшләй, ғаилә ағзалары менән бергә был тотош бер ҡала, - ти БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев. - Шуға күрә лә берекмәнең үҫеүе беҙҙең өсөн сиктән тыш мөһим.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика