12:15 (UTC+5), 28 Мая 2009

Йәмәғәт эштәрендә айына 10 мең һум алырға мөмкин

Евгений Рәхимҡолов
Хеҙмәт баҙарында көсөргәнеште кәметеү буйынса республика программаһы сиктәрендә ойошторолған йәмәғәт эштәре эшһеҙ граждандарға өс ай дауамында ярайһы уҡ табыш алыу мөмкинлеге бирә.
- Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, эшһеҙҙәрҙән әлегә бик аҙҙар йәмәғәт эштәрендә арыу ғына аҡса эшләп табырға мөмкин булыуы хаҡында хәбәрҙар, - ти Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Дәүләт халыҡты эш менән тәьмин итеү хеҙмәте идаралығының юридик бүлеге начальнигы Айҙар Биктаев. - Йәмәғәт эштәре уға йәлеп ителгән эшһеҙ өсөн яраҡһыҙ булған осраҡта, был кеше бер үк ваҡытта минималь хеҙмәт хаҡы күләмендә түләү һәм эшһеҙлек буйынса пособие ала. Әйтәйек, әгәр был пособие максималь күләмдә икән, дөйөм сумма айына ун мең һум самаһы килеп сыға. Шул уҡ ваҡытта бындай граждандарга матди ярҙам күрһәтеү ҙә закон менән тыйылмай.
Әгәр төҙөкләндереү буйынса эштәр ниндәй ҙә булһа махсус квалификация талап итмәүен иҫәпкә алһаҡ, ул күп кенә эшһеҙҙәр категорияһы өсөн яраҡһыҙ эш булып тора. Тимәк, уның ярҙамында лайыҡлы эш хаҡы алыу мөмкинлеге күптәр алдында асыла.
Был эш теге йәки был кеше өсөн яраҡлымы, түгелме булыуы халыҡты эш менән тәьмин итеү тураһындағы закон менән билдәләнә. Мәҫәлән, әгәр кеше элек инженер булып эшләһә, урамдарҙы төҙөкләндереү, әлбиттә, уның өсөн яраҡһыҙ эш буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта әгәр ошо уҡ инженер оҙаҡ ваҡыт эшһеҙ булып иҫәпләнһә, был инде уның өсөн яраҡлы эш буласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика