11:42 (UTC+5), 27 Мая 2009

"Нефть һәм сәләмәтлек" Өфөлә

Марият Артюхова
Бөгөн Өфөлә үткән "Нефть һәм сәләмәтлек" Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһында нефть комплексында һаулыҡ менән бәйле булған бөтә нәмә ҡарала. Ул Рәсәй Нефть һәм газ сәнәғәтселәре конгресы сиктәрендә "Ғ" секцияһы тибында үтә. Был сараның мөһимлеге тураһында ойоштороу комитеты составы уҡ һөйләй, уға Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм кешенең именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе, Рәсәйҙең баш дәүләт санитар врачы Геннадий Онищенко етәкселек итә.
Конференция Өфө хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институты базаһында үтә. Унда ҡатнашыусылар дөйөм, шулай уҡ тар махсуслашыу мәсьәләләрен тикшерә. Мәҫәлән, һүҙ илдә хеҙмәт шарттары һәм профессиональ ауырыуҙар, зарарлы производство хеҙмәткәрҙәренә ентекле медосмотр үткәреүҙең роле, профессиональ хәүефтәрҙе баһалау проблемалары хаҡында бара.
Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы һәм Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тарафынан ҡабул ителгән билдәләмәгә ярашлы, хеҙмәт медицинаһы эшселәрҙең юғары дәрәжәлә физик, рухи һәм социаль именлеген нығытырға һәм һаҡларға бурыслы. Шуға күрә нефть сәнәғәте предприятиеларында был системаны ойошторғанда тармаҡтың ҡайһы бер үҙенсәлектәрен иҫәпкә алырға кәрәк. Ул производство майҙансыҡтары төрҙәренең төрлөлөгө - вахта ҡасабаларынан алып завод-гиганттарға тиклем, ауыр климат шарттарында эшләү, тораҡ пункттарынан һәм дауалау-профилактика учреждениеларынан алыҫ булыу һәм башҡа факторҙар менән айырылып тора.
Хәҙер конференция секция ултырыштары режимына күсте. Уларҙың йүнәлештәре хаҡында атамалары уҡ күрһәтә: "Хеҙмәт медицинаһы", "Гигиена, экология һәм сәнәғәт токсикологияһы".
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика