11:34 (UTC+5), 27 Май 2009

Энергияны һаҡлау технологиялары төп сара булырға тейеш

Евгений Рәхимҡолов
Иҡтисадтың бөтә тармаҡтарында энергияны һаҡлау технологияларын файҙаланыу энергия ресурстары көрсөгөнә юл ҡуймау сараларының береһе булыуы мөмкин. Был турала Рәсәй нефть һәм газ сәнәғәтселәренең VIII конгресы пленар ултырышында Рәсәй нефть һәм газ инженерҙары йәмғиәте президенты Вячеслав Манырин белдерҙе.
- Йылдан-йыл энергия сығанаҡтарына талап арта, - тине Вячеслав Манырин. - 2030 йылға кешелектең энергия ҡулланыуы бөгөнгө менән сағыштырғанда 50 процентҡа артырға тейеш, тип күҙаллана. Беҙгә янаған энергия ресурстарының көрсөгөнә ҡаршы көрәштең һөҙөмтәле сараһы булып энергияны һаҡлау технологияларын ҡулланыу торорға тейеш.
Рәсәй Федерацияһы Президентының 2008 йылдың 4 июнендәге Указы менән 2020 йылға Рәсәй тулайым эске продуктының энергия талап итеүен 2007 йыл менән сағыштырғанда кәмендә 40 процентҡа кәметеү бурысы ҡуйылды.
Көнбайыш Европа илдәрендә 20 процентҡа кәметергә планлаштырылған. Тәү ҡарашҡа, беҙҙәгенән кәмерәк.
- Әммә шуны иҫәпкә алырға кәрәк, - тине Вячеслав Марынин, - бөгөн Европа илдәрендә энергия талап итеү Рәсәйҙәгенән өс тапҡырға кәмерәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика