12:30 (UTC+5), 21 Мая 2009

Эшһеҙлек буйынса пособие алыусылар һаны икеләтә артты

Евгений Рәхимҡолов
Быйыл апрель айында эшһеҙлек буйынса пособие 10,5 мең кешегә тәғәйенләнде. Был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк. Ул саҡта пособие 4,9 мең генә кешегә тәғәйенләнгәйне.
БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Дәүләт халыҡты эш менән тәьмин итеү хеҙмәте идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, минималь күләмдә эшһеҙлек буйынса пособие алыусылар өлөшө 50 процент самаһы тәшкил итә, ә максималь пособие алыусылар һаны - 22,4 процент. Апрель айында пособиеның уртаса күләме 2598 һум тәшкил итте, был былтырғы кимәлдән (1541 һум ине) күпкә артығыраҡ.
Эшһеҙлек буйынса пособие ярайһы уҡ артыуға ҡарамаҫтан, уның уртаса күләме эшкә һәләтле халыҡтың йәшәү минимумынан байтаҡҡа - 43 процентҡа - кәмерәк булып ҡала.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика