12:13 (UTC+5), 19 Мая 2009

20 майҙа Бөтә донъя метрология көнө билдәләнә

Эльвира Латипова
Донъяның төрлө илдәрендә иртәгә, 20 майҙа, Бөтә донъя метрология көнө билдәләнә. Был халыҡ-ара байрам бөтә донъя метрологтарының берҙәм метрологик майҙан төҙөү буйынса һөнәри эшмәкәрлеге һөҙөмтәләрен таныу билдәһе булып тора.
Быуаттан ашыу инде метрология проблемалары менән Башҡортостанда бөгөн "БР Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәге" исемен йөрөткән ойошма шөғөлләнә.
Рәсәй Федерацияһында халыҡ хужалығының бөтә тармаҡтарында үлсәү мәғлүмәтен алыу, һаҡлау һәм ҡулланыу буйынса төрлө эшмәкәрлек менән дүрт миллиондан ашыу кеше шөғөлләнә. Ә үлсәү приборҙары һәм үлсәү мәғлүмәте менән бөтә граждандар ҙа файҙалана. Башҡортостанда үлсәү берҙәмлеген тәьмин итеү мәсьәләләрен төрлө өлкәләрҙә: фәндә һәм производствола, хеҙмәтләндереү өлкәһендә һәм ауыл хужалығында, тәбиғәттән файҙаланыуҙа, медицинала, төҙөлөштә эшләүсе ун меңдән ашыу кеше хәл итә.
Үлсәүҙәр тураһында Рәсәй фәненә нигеҙ һалыусы булып Дмитрий Менделеев тора. Рәсәй метрологтары уны үҙҙәренең уҡытыусыһы тип иҫәпләй. Быйыл бөйөк рус ғалимының 175 йыллығы билдәләнә - был әһәмиәтле дата Бөтә донъя метрология көнөнә айырым бер бәҫ өҫтәй. Мәҫәлән, юбилей билдәһе аҫтында был көндәрҙә Мәскәүҙә Бөтә Рәсәй метрологтар симпозиумы үтә. Унда Рәсәй метрологтары ғына түгел, сит ил белгестәре лә ҡатнаша. Параллель рәүештә үлсәү, һынау һәм лаборатор ҡорамалдар средстволарының "Метрология-2009" V Махсуслаштырылған күргәҙмә-конкурсы эшләй.
Башҡортостандан Мәскәүҙә БР Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәге ҡатнаша. Республиканың үлсәүҙәр берҙәмлеге өлкәһендәге ҡаҙаныштары тураһында киң экспозиция һөйләй.
Күргәҙмәлә, дөйөм алғанда, донъяның 12 иленән 150-нән ашыу компания ҡатнаша. Бында килеүселәр араһында - БДБ илдәренең сәнәғәт предприятиелары, ғилми-тикшеренеү ойошмалары һәм конструкторлыҡ бюроһы белгестәре. Экспофорумда төрлө өлкәнән үлсәү сараларының киң спектры күрһәтелә.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика