10:02 (UTC+5), 15 Мая 2009

Республикала эшһеҙҙәр һаны кәмене

Республикала һуңғы ваҡытта эшһеҙҙәр һаны кәмеү тенденцияһы күҙәтелә. Был турала бөгөн Башҡортостан Республикаһының Халыҡты эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү координацион комитеты хәбәр итте.
Апрель айында республиканың мәшғүллек үҙәктәрендә теркәлгән эшһеҙҙәр һаны 1783 кешегә кәмене, 5 майҙан 12 майға тиклем осорҙа - тағы ла 974 кешегә. Шулай итеп, төбәктә хәҙерге ваҡытта эшһеҙҙәр һаны 46,9 мең кеше тәшкил итә, дөйөм эшһеҙлек кимәле - 2,32 процент.
- Һис шикһеҙ, ыңғай үҫеш, ләкин был тынысланырға мөмкин, тигәнде белдермәй, - тип иҫәпләй Фидус Ямалетдинов. - Ҡайһы бер райондарҙа күрһәткестәр элеккесә борсоулы - эшһеҙлек арта барыуы күҙәтелә.
Башҡортостанда хеҙмәт баҙарында көсөргәнеште кәметеү буйынса өҫтәмә саралар программаһы сиктәрендә саралар әүҙем тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, 826 предприятие 16659 кешене йәмәғәт эшенә йәлеп итеүгә 1012 килешеү төҙөнө. Әле үк йәмәғәт эштәрен ойоштороуға аҡсалата средстволарҙы үҙләштереү күләме 3,5 миллион һум самаһы тәшкил итә. Ә дөйөм алғанда, төҙөлгән килешеүҙәр буйынса был маҡсаттарға 251,5 миллион һум самаһы йүнәлтергә планлаштырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика