12:40 (UTC+5), 15 Май 2009

Ағас әҙерләүҙең яңы нормалары ғәмәлгә инә башланы

Евгений Рәхимҡолов
Лесничестволар БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай быйыл апрель айында раҫлаған яңы нормативтар буйынса граждандарҙан ағас әҙерләүгә документтар ҡабул итә башланы.
Республиканың Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, "Башҡортостан Республикаһында урман мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында" закондың ҡайһы бер пункттары ярайһы уҡ үҙгәртелде. Мәҫәлән, торлаҡ йорт төҙөүгә хәҙер - 25 йылға бер тапҡыр 150 кубометр, ә торлаҡты ремонтлауға һәм реконструкциялауға 15 йылға бер тапҡыр 50 кубометр ағас бүленәсәк.
Ихата ҡаралтыларын төҙөү өсөн бүленгән ағас күләме өс тапҡырға арттырылды: 15 йылға бер тапҡыр 50 кубометрға яҡын. Элек был маҡсаттарға 10 йылға бер тапҡыр иң күбе 15 кубометр тотонорға рөхсәт ителә ине. Ихата ҡаралтыларын ремонтлауға хәҙер биш йылға бер тапҡыр 15 кубометр бүленәсәк. Законға үҙгәрештәр индергәнгә тиклем был маҡсатҡа ошо арауыҡта биш кубометр ғына бүленә ине.
Бынан тыш, янғын йәки стихиялы бәлә-ҡаза һөҙөмтәһендә торлағынан мәхрүм ҡалған, шулай уҡ икенсе урынған күсенгән граждандар, билдәләнгән арауыҡты иҫәпкә алмайынса, төҙөлөш өсөн ағас әҙерләй ала.
Ағас әҙерләүгә рөхсәт өсөн түләү биш меңдән 25 мең һумға тиклем тәшкил итә. Ағасты үҙ аллы ҡырҡып алалар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика