11:24 (UTC+5), 13 Мая 2009

Өфөлә хеҙмәтләндереү өлкәһе предприятиелары һаны арта

Евгений Рәхимҡолов
Өфөнөң көнкүреш хеҙмәтләндереүҙәре селтәре быйыл беренсе кварталда 13 яңы предприятие һәм индивидуаль эшҡыуар менән тулыланды. Был турала мэриялағы кәңәшмәлә хеҙмәтләндереүҙәрҙе көйләү бүлеге начальнигы Ольга Завьялова хәбәр итте.
Дөйөм алғанда, ҡала биләмәһендә бөгөн 2137 предприятие халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтә. Улар араһында иҫәбе буйынса беренсе урында автосервистар килә. Икенсе һәм өсөнсө урында - бөҙрәханалар һәм мунсалар. Һуңғы айҙарҙа аяҡ кейеме һәм күн-галантерея изделиеларын ремонтлау һәм тегеү предприятиелары һаны ла артты.
Шул уҡ ваҡытта иҡтисади көрсөк һөҙөмтәһендә ҡала халҡына көнкүреш хеҙмәтләндереүҙәре күрһәтеү күләме кәмеүе күҙәтелә. Уҙған йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда ул 23,7 процентҡа кәмене.
Айырыуса көнкүреш техникаһын ремонтлау һәм техник хеҙмәтләндереү предприятиелары ҡыйынлыҡ кисерә, сөнки улар сит ил комплектлау деталдәре менән эшләй. Иҡтисади көрсөк менән бәйле, халыҡ хәҙер кер йыуыу хеҙмәтләндереүҙәренә һирәгерәк мөрәжәғәт итә, ә химик таҙартыу һәм шиномонтаж оҫтаханаларының эше миҙгелгә бәйле.
Хеҙмәтләндереүҙәр менән мөмкин тиклем күберәк кешеләр файҙалана алһын һәм социаль яҡланмаған кешеләргә ярҙам итеү өсөн предприятиелар етәкселәре пенсионерҙарға, инвалидтарға адреслы ярҙамға айырыуса иғтибар бирә. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 64 йыллығына арналған саралар үткәреү осоронда 100-ҙән ашыу предприятие һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарын үҙ средстволары иҫәбенә хеҙмәтләндерҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика