12:21 (UTC+5), 12 Мая 2009

Мәскәүҙә "Бөтә Рәсәй маркаһы" күргәҙмәһе асылды

Эльвира Латипова
Бөгөн Мәскәүҙә "Бөтә Рәсәй маркаһы (III мең йыллыҡ). ХХI быуат Сифат билдәһе" ХХI халыҡ-ара күргәҙмәһе асыла.
Был сара 2009-2010 йылдарға иҫәпләнгән конкурстың алтынсы этабын аса. Программала ҡатнашыусылар үҙ продукцияларын ХХI быуаттың Алтын, Көмөш һәм Бронза Сифат билдәләренә номинациялай.
"Бөтә Рәсәй маркаһы"н "Милли Дан" фонды, "РОСТЕСТ - Мәскәү", АМСКОРТ Интернэшнл, Социаль-иҡтисади һәм интеллектуаль программалар фонды ойоштора. Күргәҙмә Мәскәү Хөкүмәте етәкселегендә һәм Рәсәй Хөкүмәте, ҡайһы бер министрлыҡтар һәм ведомстволар ярҙамында үткәрелә.
БР Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификация үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандан "Бөтә Рәсәй маркаһы"нда ике предприятие - "Каустик" һәм "Салауатнефтьоргсинтез" асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре ҡатнаша. Федераль программала был предприятиелар даими ҡатнашып килә һәм конкурстың юғары наградаларына лайыҡ була, ә Салауат нефть эшкәртеү комплексы иһә "Юғары сифатлы предприятие" исемен дә яулағайны.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика