11:43 (UTC+5), 07 Мая 2009

Конкурста ҡатнашыуға 113 предприятие заявка бирҙе

Эльвира Латипова
113 предприятие "Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары" республика конкурсында ҡатнашыуға заявка бирҙе. Был ғәҙәттәгенән бер аҙ күберәк, тип билдәләйҙәр БР Стандартлаштырыу, метрология һәм сертификатлаштырыу үҙәге матбуғат хеҙмәтендә. Конкурсҡа 200-ҙән ашыу атама менән продукция һәм хеҙмәтләндереү төрҙәре тәҡдим ителә.
Заявкалар февраль-мартта ҡабул ителде. Хәҙер белгестәр уларҙы төрлө критерийҙар буйынса баһалай, уларҙан иң мөһиме традицион рәүештә тауарҙың сифат характеристикалары.
Белгестәр, быйыл аҙыҡ-түлек төркөмө айырыуса көслө, тип билдәләй. Хеҙмәтләндереү өлкәһе предприятиелары ғәҙәттәгенән әүҙемерәк. Дөйөм алғанда, бөтә дүрт номинация - "Халыҡ өсөн сәнәғәт тауарҙары", "Производство-техник тәғәйенләнештәге продукция", "Аҙыҡ-түлек тауарҙары" һәм "Хеҙмәтләндереүҙәр" - лайыҡлы күрһәтелгән.
"Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары" - республика ярышы, ул бер үк ваҡытта "Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары" Бөтә Рәсәй программа-конкурсының төбәк этабы булып тора. Унда еңеүселәр туранан-тура федераль этапҡа үтә.
Был ярыштарҙың төп асылы юғары сифатлы, конкуренцияға һәләтле продукция етештереүҙе дәртләндереүгә, ҡулланыу баҙарын уның менән тәьмин итеүгә ҡайтып ҡала. Конкурста ҡатнашыуға төрлө милекселек формаһындағы предприятиелар, шул иҫәптән бәләкәй бизнес субъекттары саҡырыла.
"Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары"на йомғаҡ май аҙағына тиклем яһаласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика