17:28 (UTC+5), 14 Апреля 2009

Ҡаҙылма байлыҡтар табыу арта

Республиканың ҡаҙылма байлыҡтар табыу буйынса предприятиелары даими үҫешеүен дауам итә. БР Сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, был тармаҡта беренсе кварталда сәнәғәт етештереүе индексы былтырғы ошо уҡ осорға ҡарата 102,3 процент тәшкил итте. Бында иң ҙур күрһәткес руда табыу менән шөғөлләнеүсе предприятиеларҙа билдәләнде. Был өлкәлә сәнәғәт етештереүе индексы 117,9 процентҡа етте. "Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты", "Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты" асыҡ акционерҙар йәмғиәттәрендә һәм башҡа ҡайһы бер предприятиеларҙа етештереү күләмдәре тотороҡло арта бара.
Республика сәнәғәтендә уҙған йыл менән сағыштырғанда етештереү күләмдәренең бер ни тиклем кәмеүе фонында ҡаҙылма байлыҡтар табыу тармағының бындай ыңғай һөҙөмтәләре айырыуса күҙгә ташлана. Мәҫәлән, эшкәртеүсе предприятиеларҙа беренсе кварталда сәнәғәт етештереүе индексы - 86,2 процент, ә электр энергияһы, газ һәм һыу етештереү һәм бүлеү өлкәһендә 96,3 процент тәшкил итте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика