12:31 (UTC+5), 13 Апреля 2009

Мәскәүҙә Рәсәй бизнесы аҙналығы асылды

Любовь Колоколова
Мәскәүҙә Рәсәй сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы тарафынан ойошторолған Рәсәй бизнесы аҙналығы асылды. Уның төп темаһы - көрсөк шарттарында ватан иҡтисадындағы хәл. Дискуссияларҙа ҙур компаниялар етәкселәре генә түгел, төп федераль ведомстволар башлыҡтары ла ҡатнаша. Докладсылар араһында - финанс министры Алексей Кудрин, РФ Президенты ярҙамсыһы Аркадий Дворкович, Иҡтисади үҫеш министрлығы башлығы Эльвира Нәбиуллина һәм башҡалар.
- Беҙ өсөнсө йыл рәттән Рәсәй бизнесы аҙналығы үткәрәбеҙ, - тине журналистарға Рәсәй сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы президенты Александр Шохин. - Формат үҙе - аҙна буйына бизнес өсөн төрлө актуаль темаларҙы тикшереү - ул иҡтисади сәйәсәттең мөһим йүнәлештәрен һәм яҡындағы йылға көн тәртибен билдәләүҙең иң яҡшы ысулы.
Аҙналыҡ йыл һайын үткәрелә торған Рәсәй сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы һалым конференцияһынан башланды. Шулай уҡ Юғары арбитраж суды рәйесе һәм төп ведомстволар вәкилдәре ҡатнашлығында корпоратив идаралыҡ буйынса ҙур түңәрәк өҫтәл планлаштырылған. Шишәмбе көнө Рәсәй сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы илдә эшҡыуарлыҡ климаты торошо тураһында доклад яһарға планлаштыра. Форумдың төп сараһы - Бөтә Рәсәй сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар форумы - шаршамбы һәм кесе йома көндө үтәсәк. Йома көрсөк шарттарында дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмдарын һәм ҡоралдарын ҡарау планлаштырыла, тип хәбәр итә "Альянс-Медиа" мәғлүмәт агентлығы.
Рәсәй бизнесы аҙналығында Башҡортостандан вәкил - БР Эш биреүселәр союзы президиумы рәйесе Владимир Шолом ҡатнаша.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика