12:45 (UTC+5), 10 Апреля 2009

Эшһеҙҙәр өҫтәмә бюджет финанслауына иҫәп тота

Евгений Рәхимєолов
Дәүләт эшһеҙ рәсәйҙәргә ярҙамға өҫтәмә рәүештә 34 миллиард һум аҡса бүлергә планлаштыра. Илдең һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министры Татьяна Голикованың һүҙҙәренә ҡарағанда, министрлыҡ төбәктәргә халыҡты эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеүгә субвенцияларҙы арттырыу тураһында ҡарар проектын РФ Хөкүмәте ҡарауына сығарасаҡ.
Федераль мәғлүмәт агентлыҡтары хәбәр итеүенсә, министрлыҡ федераль бюджеттан һорап аласаҡ өҫтәмә 34 миллиард һум эшһеҙлек буйынса пособиелар түләүгә һәм әүҙем мәшғүллек программаларын финанслауға йүнәлтеләсәк.
Татьяна Голикова, был средстволар бөгөнгө көнгә Рәсәйҙә рәсми теркәлгән 2,2 миллион эшһеҙҙәргә өҫтәмә ярҙам күрһәтеү өсөн етерлек, тип иҫәпләй.
Йыл башында РФ Хөкүмәте төбәк мәшғүллек программаларын финанслауға һәм хеҙмәт баҙарында көсөргәнеште кәметеүгә 43,7 миллиард һум бүлгәйне инде. Хәҙерге ваҡытта 79 төбәктә хеҙмәт баҙарында хәлде тотороҡландырыу буйынса өҫтәмә саралар программалары хупланды һәм күбеһендә улар уңышлы тормошҡа ашырыла. Хабаровск крайы, Тува һәм Ҡалмыҡ республикалары программалары ғына әле хупланмаған.
Башҡортостан Республикаһының 2009 йылда хеҙмәт баҙарында көсөргәнеште кәметеү буйынса республика өҫтәмә саралар программаһы БР Хөкүмәте ҡарары менән ғинуар айында хупланды. Ҡушма финанслау шарттарында уның дөйөм күләме 575,4 миллион һум тәшкил итте.
Республикала әле бойомға ашырылған программаның төп йүнәлештәре - эштән сығарыу ҡурҡынысы янаған граждандарҙы алдан икенсе һөнәргә уҡытыу, эшһеҙҙәргә үҙ эшен асыуҙа ярҙам итеү һәм түләүле йәмәғәт эштәре ойоштороу.
БР Хөкүмәте Премьер-министры, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдиновтың фекеренсә, республика - халыҡ һанын иҫәпкә алып - 575,4 миллион һумдан күберәк суммаға дәғүә итә ала ине. Әммә төбәктә хеҙмәт баҙарын тотороҡландырыу өсөн был аҡса етер тип ҡарар ителде.
Был өҫтәмә 34 миллиард һумдан күпме өлөшө республикаға бүленер, әлегә билдәһеҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика