18:30 (UTC+5), 09 Апрель 2009

"Эш - йәштәргә!" акцияһы башлана

Евгений Рәхимҡолов
Өфөлә, Нефтселәр Мәҙәниәт һарайында "Эш - йәштәргә!" республика йәштәр акцияһы үтәсәк. Сараны төп ойоштороусылар иҫәбендә - БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Дәүләт халыҡты эш менән тәьмин итеү идаралығы, БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты, "Республика йәштәр мәғлүмәт үҙәге" дәүләт учреждениеһы һәм башҡа ведомстволар.
Акцияның төп маҡсаттары - эшһеҙ йәштәр иҫәбен кәметеү һәм йәш белгестәргә халыҡты эш менән тәьмин итеү буйынса дәүләт органдары һәм учреждениеларының эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт еткереү.
Йәш белгестәр өсөн булған вакантлы эш урындары тураһында мәғлүмәтте иҡтисадтың төрлө тармағы предприятиелары һәм ойошмалары еткерәсәк. Бынан тыш, акция ваҡытында йәштәр ярашлы эш эҙләп табыу ғына түгел, эшкә урынлашыу мәсьәләре буйынса юридик консультация ла аласаҡ.
"Йәштәргә - эш!" акцияһы бөтә республика буйынса үтәсәк. Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәктәре һәм йәштәр эштәре буйынса органдар йәштәр өсөн вакансиялар буйынса мәғлүмәттәр базаһы тәҡдим итәсәк, эш биреүселәр менән осрашыуҙар ойоштороуға булышлыҡ итәсәк, мәғлүмәт стендтары урынлаштырасаҡ.
Акция 15 апрелдә сәғәт 10-да башлана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика