18:08 (UTC+5), 08 Апреля 2009

Хеҙмәт баҙарында көсөргәнеш коэффициенты кәмей

Евгений Рәхимҡолов
Республиканың хеҙмәт баҙарында көсөргәнеш коэффициенты һуңғы бер нисә айҙа тәүге тапҡыр кәмене. Иҡтисади көрсөк башланғандан алып республикала булған вакансиялар менән теркәлгән эшһеҙҙәр һаны араһындағы диспропорцияның ҡырҡа үҫеүе күҙәтелде. Әгәр былтыр сентябрҙә көсөргәнеш коэффициенты 0,8 тәшкил итһә, декабрҙә инде бер эш урынына өс кеше дәғүә итте (коэффициент өскә тигеҙ булды), ә февраль аҙағында - алты. Мартта был күрһәткес бер ни тиклем кәмене. БР буйынса Дәүләт халыҡты эш менән тәьмин итеү хеҙмәте идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, хәҙер көсөргәнеш коэффициенты 5,2 тәшкил итә. Был бер ни тиклем ыңғай тенденциялар булыуын раҫлай, әммә республиканың хеҙмәт баҙарында хәлдәрҙең яҡшырыуы тураһында һөйләргә иртәрәк әле. Теркәлгән эшһеҙлек кимәле элеккесә юғары булып ҡала. Хәҙер ул иҡтисади әүҙем халыҡтың 2,45 процентын тәшкил итә. Былтыр йыл аҙағында яһалған күҙаллауҙар буйынса 2009 йылда республикала эшһеҙҙәр һаны 52 мең кешегә етәсәк, тип баһаланғайны. Әммә әле үк был күрһәткескә өлгәшелгән, тип әйтергә мөмкин. Республикала бөгөн 49,7 мең эшһеҙ иҫәпләнә. Әгәр яҡын арала хәл үҙгәрмәһә, көтөлгән сиктән ашып китеүе ихтимал.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика